Был шыршылар урман булып шаулар26.12.2014
Рәшит Назаровтың исемен атау менән ҙур таланттар, уларҙың онотолмаҫ ижады, ҡатмарлы, фажиғәле яҙмыштар иҫкә төшә. Улар араһында беҙҙең шағирыбыҙ сағыу, ҡабатланмаҫ бер йондоҙ булып балҡый.

Ябай ерҙән йондоҙ бейеклегенә күтәрелгән Рәшит Назаровтың тыуыуына быйыл 70 йыл тулды. “Башҡортостан” гәзите редак­цияһы, ошо датаны билдәләүгә нигеҙ һалып, шағирҙың тыуған ауылына юлланды.
— Йылдың-йылы Рәсәйҙә ағас ултыртыу акциялары ойошторола. Беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә былтыр Өфө районының Шамонин, Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылдарында ағас ултыртты. Бөгөн иһә мәшһүр шағирҙың тыуған ерендә “Рәшит Назаров аллея­һы”на нигеҙ һалырға булдыҡ. Төрөмбәт мәктәбенә уның исемен биреү ҙә — өлгөрөп еткән мәсьәлә. Баш ҡалала бөйөк шағирыбыҙҙың исемен йөрөткән урам әлегәсә юҡ. Рәшит Назаровтың рухы һеҙҙе лә, беҙҙе лә һәр саҡ изге эштәргә әйҙәһен, — тигәйне “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов мәктәптә үткән осрашыуҙа.
Шағир рухына бағышлап ултыртылған шыршылар киләсәктә урман булып шаулар, ә Рәшит Назаровтың ижады уҡыусылар күңелендә мәңгегә ҡалыр.





Вернуться назад