Бала күңелен тоя белә03.02.2012
Бала күңелен тоя беләЙәш уҡытыусы Зәйтүнә Әбделмәнова Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылының урта мәктәбендә балаларға өсөнсө йыл белем бирә. Уҡытыусы эшенең ни тиклем яуаплылыҡ талап иткәнен һәм ҡатмарлылығын ул хәҙер бөтә тәрәнлегендә аңлай.
Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Ә бына балаларға белем биреү тағы ла ауырыраҡ икәнен һәр уҡытыусы үҙе генә белә торғандыр. Төрлө мөхиттә үҫкән, холҡо менән дә ҡырҡа айырылған һәм йыш ҡына урынында ултырып түҙмәгән балаларҙы тыңлата белеү генә түгел, ғилем серҙәренә төшөндөрөргә лә кәрәк бит әле!
Зәйтүнә Әбделмәнова – күрше Йыланыш ауылы ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, ауылға уҡытыусы булып ҡайтырға ҡарар итә. Уға башланғыс класс балаларын ышанып тапшыралар. Йәш мөғәллимә һынатмай, дәртләнеп эшкә тотона.
"Эйе, һөнәрем үҙемә оҡшай. Әммә шуныһы: хәҙер уҡытыусының ҡағыҙ эше бихисап. Ҡайһы мәлдә уҡытырға ваҡыт та самалы ҡала. Етәкселәргә папкалап ҡағыҙҙар тапшырам, бынан тыш, һәр бер нәмәне тәфсирләп теркәп барырға ла тейешмен. Элек уҡытыусылар тематика, дәрес, тәрбиә пландарын һәм журнал ғына алып бара торғайны бит", – тип үҙен борсоған мәсьәләләр менән дә уртаҡлашты ул.
Ә бына эш хаҡы йәш уҡытыусыны ҡәнәғәтләндерә, шулай ҙа уҡытҡан сәғәттәре лә күп кенә. Бынан тыш, "Театр", "Йәш математик", "Һүҙҙәр батшалығында" түңәрәктәрен алып бара. Класта – 15 бала, яҡын-тирәләге Йыланыш, Ҡарнай, Бурансы ауылдарынан да йөрөп уҡыйҙар.
Зәйтүнәнең һөйләүе буйынса, кескәйҙәр менән эшләү уҡытыусынан ҙур яуаплылыҡ һәм сабырлыҡ талап итә. Һәр баланың күңелен тоя белеү кәрәк. Ни тиһәң дә, тап һин уларҙы тормош һуҡмағына алып сығаһың, әле бер ни аңламаған сабыйҙарҙы донъя серҙәре менән таныштыраһың бит.
Йәш уҡытыусы – һөйөклө ҡатын, яратҡан әсә лә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүсе тормош иптәше Фидан менән өс йәшлек Фәнүр исемле ул үҫтерәләр. Йәштәр йорт һалып сыҡҡан, еңел автомобилдәре бар. Йәғни донъялары түңәрәк уларҙың. Шулай булмай ни, яратҡан эше, һәр кис һағынып көтөп алған яҡындары, күркәм йорто булғанда, йәштәргә тағы ни кәрәкһен?!
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Мәсетле районы.


Вернуться назад