Иманлы ерҙә бәрәкәт бар26.12.2014
Яңы Ҡарас ауылында мәсет бер йыл элек төҙөлә башлағайны. Ошо арала төйәктә гүйә ки бәрәкәт артты: урамдар таҙарҙы, өйҙәр күркәмләнде, кешеләр тағы ла мәрхәмәтлерәк, бер-береһенә иғтибарлыраҡ булып китте. Иман йорто ҙур көскә эйә шул.
Ауыл аҡһаҡалдарының әйтеүенсә, Яңы Ҡараста элек ике мәсет булған. Билдәле, Совет осоронда уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылған, һөҙөмтәлә халыҡ оҙаҡ йылдарға рухи байлыҡтан, дини байрамдар уҙғарыуҙан мәхрүм ҡалған.
Былтыр иһә күрше Татарбай ауылынан “Ағиҙел М” йәмғиәтенең генераль директоры Филүс Ғилфанов Яңы Ҡараста Аллаһ йорто төҙөү эшенә тотондо. Изге ниәтте халыҡ шунда уҡ күтәреп алды, йүнселгә һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итте. Һөҙөмтәлә “Хәтмулла” мәсете бер йылдан әҙер ҙә булды. Уны асыу тантанаһына яҙмышы Яңы Ҡарасҡа бәйле барлыҡ халыҡ йыйылды.