Бәлә-ҡаза һорап килмәй26.12.2014
Бәлә-ҡаза һорап килмәй Таң һыҙылыуға табан Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәгән Василина йәшен атыуға тертләп уянып китә. Ҡыҙ өй эсенә әсе төтөн таралыуын һиҙә.

«Янғын!» – 15 йәшлек Василинаға оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт булмай, һәр секунд, һәр минут ҡәҙерле икәнен аңлаған ҡыҙ әсәһен, кескәй туғандарын уята. Әсәһе Лариса янғын хеҙмәтен саҡырырға уйлап, ҡулына телефон ала. Ул арала Василина тәҙрәне тибеп вата ла 11 йәшлек Регина менән 6 йәшлек Элинаға тышҡа сығырға ярҙам итә. Кескәй Ярославты ла ҡулына алып, әсәһенә тәҙрә аша сығырға ярҙам итә. Был ваҡытта өйҙөң икенсе яғындағы ағаһы Рөстәм, еңгәһе Ирина һәм уларҙың бәләкәс ҡыҙҙары шундай уҡ ысул менән ялҡын ҡамауынан сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйҙәренең үҙ бүлмәһенән сығып, ҡапыл ғына «документтар» тип кире йүгереп инеп китеүе балалары менән мәңгелеккә хушлашыуы була...
Ҡолмөхәмәтовтар менән ос­раш­ҡанда ҡыҙҙың нисек итеп юғалып ҡалмай, һәр секундтың ҡәҙерен белеп, иң башта һең­леләрен, унан әсәһен ҡотҡарып, шунан ғына үҙе сығырға ҡарар ҡылыуын һораныҡ. «Яңғыҙ ҡалыу­ҙан ҡурҡтым, – тине Василина. – Башҡа бер ни ҙә уйламаным шикелле».


Вернуться назад