Өлкәндәргә хас ҡыйыулыҡ26.12.2014
Өлкәндәргә хас ҡыйыулыҡ Өлкәндәргә хас ҡаһарманлыҡ ҡылған 11 балаға “Ҡайнар йөрәк” билдәһе тапшырылды. Бәләкәй геройҙарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

– Ауыр хәлдә ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ихтыяр көсө күр­һәтеп, яҡындарығыҙҙы үлем­­дән ҡотҡарҙығыҙ. Һеҙ­ҙең менән сикһеҙ ғорур­ланабыҙ, – тине республика етәксеһе, балаларға мө­рәжәғәт итеп.
“Ҡайнар йөрәк” Бөтә Рә­сәй йәмәғәт-дәүләт проекты Социаль-мәҙәни баш­лан­ғыстар фонды тарафынан 2013 йылда бул­дырылды. Уға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында юғалып ҡалмай, батырлыҡ күрһәт­кән 23 йәшкә тиклемге кешеләргә, шулай уҡ балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларына шундай уҡ исемле күкрәккә тағыла торған билдә тапшыры­ла. Башҡортостанда был наградаға 60-тан ашыу бала дәғүә итте. Эйе, батыр йө­рәклеләре күп улар араһан­да. Улар кеше ғүмеренә хәүеф янаған саҡта ҡаушап ҡалмай, йә ут эсендә ҡал­ғандарҙы, йә һыуға ба­тып барғандарҙы үлем ҡо­са­ғынан тартып ала. “Ҡайнар йөрәк” билдәһенә лайыҡ булған 11 бала ла хәүефле хәлдәрҙә яҡындарына яр­ҙам­ға килгән.
Мәҫәлән, иң бәләкәй ге­рой – Краснокама райо­нындағы Ташкинов ауылы мәктәбенең IV класс уҡыу­сыһы Никита Баранов – ете йәшендә һыулы траншеянан өс йәшлек малайҙы алып сыҡҡан.
– Яҙын ауылда, газ үткәр­гәндә, соҡор ҡаҙынылар. Ул ваҡытта төнө буйы ямғыр яуҙы һәм соҡор һыу менән тулды. Бер мәл малайҙар менән уйнарға сыҡтыҡ. Ара­быҙҙа бәләкәй Дима ла бар ине. Ҡапыл аңғармаҫтан ул һыуға төшөп китте. Мин эр­гә­һенә йүгерҙем. Ныҡ тай­ғаҡ ине, шулай ҙа таяҡҡа тотоноп, уны сығара алдым. Дима өйөнә йүгереп ҡайтып, әсәһенә һөйләгән. Апай шунда уҡ магазинға барып, миңә кәнфит һатып алды, – тип һөйләне батыр малай.
Награда һәм дипломдан тыш, геройҙар Ҡырымдың Алушта ҡалаһы янында урынлашҡан “Яр” балалар лагерына путевка менән бүләкләнде.


Вернуться назад