Этҡолдар — берҙәм халыҡ26.12.2014
Этҡолдар — берҙәм халыҡ Этҡол уңған, егәрле килендәре менән дан тота. Шуларҙың береһен — почтальон Әсмә Әлибаеваны — һәр өйҙә көтөп алалар. Ауылдаштарын гәзит-журналға яҙҙырыуҙа йыл да өлгөрлөк, маһирлыҡ өлгөһө күрһәтә ул. Этҡолдоң һәр өйөнә тиерлек “Башҡортостан” гәзитенең килеүендә лә уңған почтальондың өлөшө ҙур.

Араларҙы яҡынайтҡан, халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәтте, донъя, республика яңылыҡтарын ваҡытында илткән почтальондың үҙенә һүҙ бирәйек:
– Колхозда һыйыр һауып йөрөгән ерҙән саҡырып алып, почтала эшләргә тәҡдим иттеләр. “Эштән ҡурҡмағаныңды беләбеҙ, яңы вазифаңда ла һынатмаҫһың тип уйлайбыҙ”, — тинеләр. Үҙем Һайран ауылы ҡыҙымын, ә үҫмер йылдарым Аҙнайҙа үтте. Унынсы класты Этҡол урта мәктәбендә яҡшы билдәләргә тамамланым да Стәрлетамаҡтағы 48-се һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Аппаратсы һөнәренә уҡып сыҡҡандарҙы элек Советтар Союзының төрлө тарафтарына эшкә ебәрәләр ине. Миндә сит яҡтарға сығып донъя күреү теләге көслө ине, тик хыял ғына булып ҡалды ул — беҙҙең сығарылышты Стәрлетамаҡта ҡалдырҙылар.
“Каустик” химия заводында өс йыл эшләгәндән һуң, Айрат Марат улы менән ғаилә ҡороп, Этҡолда төпләндек. Бына 23 йыл инде халыҡ менән тығыҙ бәйләнештәмен. Һәр йорттағы хәл-әхүәлде белешеп торам. Кемгә — пенсия, кемгә — гәзит-журнал, ә кемгә яҡшы хәбәр, йылы һүҙ ташыйым тигәндәй... Ауылдаштарым бик әүҙем, матбуғатҡа яҙылыу осоро башланһа, әллә ни өгөтләйһе юҡ, яратҡан баҫмаларына дәррәү яҙылалар. Ғөмүмән, этҡолдарҙың һәр йәһәттән дә берҙәмлегенә һоҡланам: бер-береһенә ярҙам итергә, шатлыҡ-ҡайғы уртаҡлашырға һәр саҡ әҙерҙәр. Элек-электән мәктәп коллективының ауыл хакимиәте етәкселеге менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүе күп мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирә. Ауыл тормошона йән өрөүсе, һәр кемдең таянысы, терәге булған дауахана, балалар баҡсаһы, мәктәп, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт ветерандары матбуғатҡа яҙылыуҙа һәм таратыуҙа иң алдан йөрөй.
Киләһе йылда ла ауылдаштарымдың өҫтәленән “Баш­ҡортостан”, “Йәшлек”, “Торатау”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Шоң­ҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары өҙөлмәйәсәк. Этҡол бүлексәһендә почта начальнигынан тыш өс почтальон эшләй. Коллективыбыҙ ҙур булмаһа ла, халыҡ менән йылы мөнәсәбәт булдырырға, тел асҡысы табырға тырышабыҙ. Үҙебеҙҙең почта бү­ле­ксә­һенә ҡараған ауылдар халҡына ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яңы йылда ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ, — тине Ишембай районының иң уңған почтальоны Әсмә Әлибаева.


Вернуться назад