Билдәһеҙ һалдатҡа баш эйеп...26.12.2014
3 декабрҙә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Билдәһеҙ һалдат көнө билдәлән­де. Хә­терегеҙ­гә төшө­рәбеҙ: ил Президенты Владимир Путин Билдәһеҙ һалдат көнөн билдәләү тураһындағы Указға быйыл ноябрь башында ҡул ҡуйғайны.

Был иҫтәлекле көндөң 3 декабргә тура килеүе осраҡлы түгел. 48 йыл элек Кремлдең Александр баҡсаһында фашист ғәскәрҙәре менән ҡаты алыштар барған урында табылған билдәһеҙ һалдаттың һөйәктәре тантаналы шарттарҙа ерләнә. Ул саҡта Совет халҡы Гитлер ғәскәрҙәрен Мәскәү өсөн алыштарҙа тар-мар итеүҙең 25 йыллығын билдәләгән булған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан илебеҙҙең хәрби данына бәйле иҫтәлекле даталар исемлеге хаҡлы рәүештә шулай тулыланды.


Вернуться назад