Илебеҙҙә 2012 йыл Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителеү айҡанлы, «Башҡортостан» гәзите редакцияһы «Ватан тарихы – халҡыбыҙ яҙмышы» рубрикаһын аса һәм унда баҫылған яҙмаларға конкурс иғлан итә. Маҡсатыбыҙ – матбуғатта илебеҙҙең үткәнен өйрәнеүгә бағышланған һәм тарих фәненә лайыҡлы өлөш индерерлек мәҡәләләр менән сығыш яһаусы авторҙарҙы дәртләндереү, данлы һәм шанлы йылдарҙы тасуирлау аша рухи-мәҙәни ҡиммәттәребеҙгә йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу, Башҡортостан һәм Рәсәй дәүләтселеге, башҡорт халҡының милләт булараҡ үҫеше мәсьәләләрен киңерәк өйрәнеү, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында күберәк мәғлүмәт туплау, йәш быуындың күңелен ватансылыҡ хистәре менән байытыу.
Конкурста ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар менән бер рәттән һәр кем, шул иҫәптән өлкән быуын вәкилдәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша ала. Ғөмүмән, һөнәр һәм йәш буйынса талаптар юҡ. Фән өлкәһендә асыш тип ҡабул ителерҙәй, йәмәғәтселектә ыңғай фекер тыуҙырған, ниндәй ҙә булһа проблема күтәргән, аналитик һығымта яһалған яҙмаларға өҫтөнлөк биреләсәк.
“Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш”, — тигән күренекле ғалимыбыҙ Ризаитдин Фәхретдин. Ошоно күҙ уңында тотоп, гәзит уҡыусыларға берәй ауыл йәки ҡала, нәҫел-ырыу тарихы, ер-һыу атамаларының килеп сығышы, күпселеккә билдәле булмаған ниндәйҙер мөһим ваҡиға, халыҡ ижады ҡомартҡылары тураһында яҙырға кәңәш итмәксебеҙ. Балалар иһә олатай-өләсәйҙәренең һөйләгәндәре хаҡында мәҡәлә ебәрә ала.
Конкурсҡа киләһе йылдың 13 ғинуарында – Рәсәй матбуғаты көнөндә – йомғаҡ яһау күҙаллана. Махсус комиссия, ҡатнашыусыларҙың яҙмаларын ентекле тикшереп сыҡҡас, еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Иң лайыҡлы тип табылғандар өсөн I, II һәм III дәрәжә дипломдар, шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр тапшырыу ҡаралған. Бәйгеселәргә уңыштар теләйбеҙ!
Мөхәрририәт.