Бер тәхеткә – ике дәғүәсе26.12.2014
Ҡуй әле, шулай буламы ни, тиерһегеҙ. Була икән шул. Бына быйыл Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпиадала Башҡортостандан ике спортсы алтын миҙал яуланы. Икеһе лә конькиҙа уҙышыуҙың шорт-трек төрөндә, икеһе лә команда эстафетаһында. Шунан уларҙы нисек айырып ҡарамаҡ кәрәк?!
24 йәшлек Семен Елистратов менән 27 йәшлек Руслан Захаров – Өфө егеттәре. Малайҙар 10 йәш тирәһендә шорт-трек менән шө­ғөл­ләнә башлай. Руслан уҡыуҙа ла һынатмай, гел “бишле”гә уҡый, олимпиадаларҙа еңеп сыға. Юҡҡамы ни Башҡорт дәүләт педагогия уни­верси­те­тының философия һәм социология факультетын та­­мам­лап, әле иҡтисадсы һөнәрен дә үҙләштерә! Семендың яратҡан шөғөлө – уйынсыҡ машиналар йыйыу. Ялында туйғансы йоҡларға, киноға барырға тырыша, әсәһенең борщы менән һыйлана. Ул инде һөнәрҙе ситтән эҙләмәгән – Баш­ҡорт­остан физик культура институтын һайлаған.
Егеттәр икеһе лә күп йылдар инде илдең йыйылма коман­даһына инә. Икеһе лә – Рәсәй, Европа, Олимпия уйыны чемпиондары. Улар быйылғы Донъя кубогы этаптарында ла уңышлы сы­ғыш яһай. Әммә Руслан был миҙгелдән Мордва Респуб­лика­һының данын яҡлай.


Вернуться назад