Батыр майҙанда һынала26.12.2014
Һуңғы йылдарҙа көрәшкә иғти­бар бермә-бер артты. Айырыуса йәш егеттәре­беҙҙең был спортҡа ылы­ғыуы ҡыуаныс­лы. Өфөлә көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғары­лыуы ла күпте һөйләй.

Баш ҡаланың “Динамо” стадионы был көндө һабантуй май­ҙанын хәтерләтте. Көрәш бу­йынса Рәсәй чемпионатында илдең 20-нән ашыу төбәгенән 140 спортсы ҡат­нашты. Баш­ҡортостан данын үҙ ауырлыҡ категорияһында Рә­сәй, донъя чемпионаттары при­зерҙары, чем­пиондары Илфаҡ Ибәтул­лин, Рәмил Ғәлимов, Артур Зөлҡәр­нә­ев, Альберт Рәхмә­тул­лин, Рушан Ильясов, Илдар Моратов, Наил Мөхәмәтйәнов, Айгиз Зәйнетдинов, Рөстәм Арыҫланов яҡланы.
Чемпионат ысын мә­ғә­нә­һендә иң көслө спорт­сыларҙы йый­ғайны. Быға көйәр­мәндәр ҙә иғти­бар иткән.
Әйткәндәй, Татарстан спортсылары бөтә ауыр­лыҡ категорияларында ла ла­йыҡ­лы сығыш яһаны – йәм­ғеһе туғыҙ ауырлыҡ үлсә­менең һигеҙендә чемпион титулын яуланы. Баш­ҡорт­ос­тандың йыйыл­ма коман­да­һынан иһә фи­налға Артур Зөл­ҡәрнәев, Наил Мөхә­мәт­йәнов һәм Айгиз Зәйнет­динов сыҡты. Егеттәрҙең өсөһө лә хәл иткес алышта Татарстан спортсылары менән көс һынаш­ты. Лайыҡлы көрәш булды. Берәү ҙә “алтын”дан баш тар­тырға теләмәй ине. Айырыуса Артур Зөлҡәр­нә­евтең сығышын көйәрмәндәр тү­ҙем­һеҙлек менән көтөп алды. Кө­рәш буйынса дүрт тапҡыр Рәсәй, бер тапҡыр донъя беренселеге еңеүсеһе, билбау көрәше буйынса ил чемпионынан көйәр­мәндәр, әлбиттә, еңеү генә көтә ине. Хәйер, Артур үҙе лә дәғүә­сеһенә бире­шергә телә­мәне. Тәү­ге мәлдә мә­рәй­ҙәр һаны буйынса алға ла сыҡ­ҡай­ны. Әммә бөтәһен дә тиҙлек хәл итте. Уйын башланыуы тура­һын­да һыҙғырыу яңғы­рап та өлгөр­ҙө, күҙ асып йомған арала, Рә­мил Сияҡаев Артурҙы келәмгә күтәреп тә бәрҙе. “Таҙа” тиҙәр бындай алым­ды көрәш­селәр. Финалға сыҡҡан башҡа егеттәребеҙҙең алышы ла “көмөш” ми­ҙал менән баһа­лан­ды.
Өсөнсө баҫҡысҡа иһә үҙ ауыр­лыҡ категорияларында Ил­фаҡ Ибә­туллин, Рәмил Ғәлимов, Рөс­тәм Арыҫ­ланов күтәрелде. Дөйөм мәрәй­ҙәр иҫәбе буйынса Башҡорт­остандың йыйылма ко­мандаһы икенсе урынға сыҡ­ты.


Вернуться назад