Яҡташыбыҙ Айнур Шәйбәков Төркиәлә үткән халыҡ-ара шашка буйынса беренселектә донъя чемпионы исемен яуланы.22–24 октябрҙә Измир ҡалаһында уҙған ярышта ете илдән 22 уйынсы ҡатнашты, улар араһында – алты халыҡ-ара гроссмейстер.
– Барыһы ла һуңғы көндә хәл ителде. Дөйөм иҫәп буйынса Муродулло Амриллаевтан бер мәрәйгә артта килә инем. Аҙаҡҡы турҙа иһә Украина, Голландия, Рәсәй спортсыларын артта ҡалдырып, ошо юғары титулды яулауға өлгәштем, – ти Айнур.
Шашка батыры 1992 йылдың 27 авгусында Ишембай ҡалаһында тыуған. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған, әле Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Европа чемпионы исеменә һәм башҡа байтаҡ юғары наградаға лайыҡ егет уҡыусыларға, үҫмерҙәргә шашка уйыны серҙәрен өйрәтеү эшен дә ихлас атҡара.