Һәр йәһәттән һоҡланғыс26.12.2014
Һәр йәһәттән һоҡланғыс Шундай гүзәл зат­тар осрай ҡайһы саҡ: уларҙың яралыуында, бар булыуында хатта илаһи көс ҡатнашҡан кеүек.

Был һүҙҙәрҙең раҫ икән­легенә быйыл “Башҡорт һы­лыу­ҡайы-2014” республика телевизион конкурсы ба­рышында инандыҡ. Ысынлап та, Йылайыр ра­йонының Юлдыбай ауылы ҡыҙы Раушания Юлдыбаеваға тиңдәр табылманы.
Гран-при яу­лаған ҡыҙ ки­ләсәктә сәнғәт юлын һай­ла­маҡсы. Уй-ниәттәре изге уның: башҡорт балалары өсөн театр асырға уйлай. Хыялдарың тор­мошҡа ашһын, Раушания!


Вернуться назад