Күңелгә моң булып һарыла26.12.2014
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшиндың күңелдәргә моң булып һарылған тауышы кемдәрҙе генә әсир итмәй икән?!

“Юлдаш” каналының алып барыусыһы, яңы­лыҡ­тар бүлегендә эшләү­ҙән тыш, тамашасыларҙы әле­нән-әле яңы йырҙары менән ҡыуандырып тора, концерттарҙа даими сығыш яһай, төрлө сарала ҡат­наша, байрам­дар­ҙы алып бара.
Йәйен һәр кем ял итеп ҡалырға тыры­ша, ә моңло йырсы­быҙ фай­ҙалы мәл­­- дә­­рен халыҡҡа хеҙ­мәт ме­нән үткәрә. Йырсы Ғә­зим Ильясов менән бергә Кө­йөргәҙе райо­нындағы “Тоҙ­ло күл”, Күгәрсен ра­йо­нындағы “Урман әкиә­те” ял база­ларын­да, Нөгөш һыу һаҡлағысында ма­тур йола­ға әйләнгән концерт-дискотекала сығыш яһаған.
Тауышында халҡыбыҙ асылы сағылған маһир йырсыға киләсәктә лә уңыш­тар те­ләй­беҙ!


Вернуться назад