Тамараға кем етә!26.12.2014
Тамараға  кем етә! Бынан бер нисә йыл элек әсә булыу бәхетенә өлгәшкән Тамара Танһыҡҡужина, аҙға ғына спорттан айырылып торһа ла, йәнә уңыштары менән ҡыуандыра башланы. Үтеп барған Йылҡы йылы башҡорт ҡыҙына ҙур ҡыуаныстар килтерҙе.

Тәүҙә Прага ҡала­һында үткән халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Европа чемпионатында яҡта­шыбыҙ, Салауат Юлаев ордены кавалеры, биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина көмөш миҙалға лайыҡ булды. Пекинда уҙғарылған Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында ла һынатманы яҡташыбыҙ: халыҡ-ара шашкала рапирд буйынса турнирҙа — алтын, супер-блицта көмөш миҙал яуланы.
Тамара Татарстандың Яр Сал­лы ҡалаһында тыуып үҫә. Бәлә­кәйҙән шашка буйынса уңыштары менән билдәлелек яулаған ҡыҙҙы 16 йәшендә Ишембай ҡалаһын­дағы Шашка мәктәбендә шөғөлләнергә саҡыртып алалар. Уҡыуын Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында дауам итә.
– Башҡортостан – ҡәҙерле төйәгем. Бәләкәй саҡтан Күгәрсен районының Аралбай ауылына, өләсәйем менән олатайым янына, йыш килә торғайным, – ти Тамара Танһыҡҡужина. – Башҡорт телен яҡшы белеүем өсөн дә ҡәҙерлеләремә бурыслымын.
Ифрат ябай, алсаҡ, рухлы спортсы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй, республика тормошонда, йәш быуын яҙмышы, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, спортсыларға алмаш тәрбиәләү буйынса алып барылған эштәрҙә әүҙем ҡатнаша.




Вернуться назад