Башҡортостан Президенты Указы менән “Аҡбуҙат” журналының тәүге баш мөхәррире, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. Башҡорт шиғриәтендә, матбуғатта оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт иткән шағирәгә оло награда Яҙыусылар союзының 80 йыллығына арналған юбилей кисәһендә тапшырылды.Шуныһы айырыуса иғтибарға лайыҡ: ошоға тиклем бер генә ҡатын-ҡыҙға ла был юғары исем бирелмәгән. Әҙибәгә ныҡлы һаулыҡ, яңы әҫәрҙәре менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ!
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ҡырҡыу сәйәси ваҡиғалар үҙәгендә, халҡының ялҡынлы патриоты булараҡ, Факиһа Туғыҙбаева ла алғы сафта торҙо. “Уян, халҡым!” шиғырында бына нимә тип яҙғайны халыҡ шағирәһе:
...Уян, халҡым!
Йоҡоң йоҡо түгел,
Ул — баҫлығыу,
Ятыу баҫылып.
Бәхетеңде һинең урлағандар,
Дарға аҫып, бола баҫтырып...
Минең оран яңы оран түгел,
Ул бит Салауаттың ораны.
Ул бит Вәлидиҙең
Фарманы.
Азатлыҡ, тип
Йәнем баш күтәрә,
Ҡара ҡандар
Тулы бит уртым.
Ваҡыт етте!
Ғорурлығың ҡайтар,
Бәхетеңде ҡайтар,
Башҡортом!
Был — илен, телен, халҡын өҙөлөп һөйгән шәхес йөрәгенән сыҡҡан илаһи был һүҙҙәр!