Үҙ еренең тоғро улы26.12.2014
Үҙ еренең тоғро улы 18 йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерендә уға күпме идея һәм проекттарҙы тормошҡа ашырырға, эскиздарҙы мөһабәт объекттарға әүерелдерергә, өр-яңы дауалау ысулдарын индерергә тура килгәндер — уныһы етәксенең үҙенә генә мәғлүм. Ә бына уның вазифаһын мөкиббән бирелеп, мауығып, бар көсөн һалып башҡарыуын һәм үҙе артынан башҡаларҙы ла эйәртеү һәләтен “Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре яҡшы белә.

Беҙ бөгөн шифахананың юғары ҡаҙа­ныш­тарға өлгәшкәнен, халыҡ­тың ҙур һөйөүен, абруйын яулағанын ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ. Тап ошо курортты Юрий Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү ғилми-тикшеренеү үҙәгенең реабилитация урыны итеп һайлауҙары ла юҡҡа түгел. Бындай ҙур ышаныс коллективҡа етди яуаплылыҡ өҫтәй. Космонавтарҙы дауалауға лайыҡлы өлөш индергән шифахана хеҙмәт­кәрҙәре — Рәсәй Космонавтика федерацияһының Почет грамотаһы, ә етәксеһе Фаяз Мәжитов “Космонавтика алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” миҙалы менән бүләк­ләнде.
Шифахананың халыҡты һауыҡт­ырыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. 2007 һәм 2013 йылдарҙа “Крас­ноусол” күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты өсөн Башҡортостан Президенты премияһы дипломына лайыҡ булды. Әллә нисәмә йыл рәттән Бөтә Рәсәй форумдарында ул иң яҡшы шифахана тип табылды һәм төрлө номинацияларҙа — тәби­ғи дауалау факторҙарын файҙа­ланыу, биләмәне биҙәү, туҡланыуҙы ойоштороу, мәғлүмәт технологияларын индереү һ.б. — еңеү яуланы. Бынан тыш, ул — “Башҡортостандың иң яҡшы тауар­ҙары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурстары еңеүсеһе лә.
Шифахана төбәктә социаль тото­роҡло­лоҡто һаҡлау, халыҡ мәшғүл­леген ойоштороу буйынса ла ҙур эш башҡара. Фаяз Мәжитов етәкселек иткән осорҙа бында 500-ҙән ашыу эш урыны булдырылды. Хеҙмәт ветерандары ла даими иғтибар солға­нышында.
Һаулыҡ һаҡлау өлкә­һен­дәге ҡаҙа­ныш­тары өсөн Фаяз Харис улына “Башҡортостан Республика­һының атҡаҙан­ған врачы”, “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, “Рәсәй Федерация­һының атҡа­ҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәт­кәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. 2007, 2012 һәм 2014 йылдарҙа Бөтә Рәсәй форумында ил шифаханалары ара­һында “Иң яҡшы етәксе” номинация­һында еңеүсе булды ул.
Яуаплы вазифа биләүенә ҡара­маҫ­тан, ул фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба – медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә. Әммә Фаяз Харис улы хеҙмәттәштәре өсөн барыһынан да элек — күп яҡлы, ҙур тәжрибәле, кеше йәнле шәхес һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ғафури район Советы рәйесе урынбаҫары һәм депутаты булараҡ, юлдар һалыу, мәктәп һәм мәсеттәр төҙөү, конкурстар, спорт ярыштары үткәреү йәһәтенән дә һәр саҡ халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙа.
Үҙ еренең ысын патриоты яҡ­таш­тары араһында оло хөрмәт һәм аб­руй ҡаҙанған. Шәхси тормошо менән дә күптәргә үрнәк ул: ҡатыны Фәриҙә Рәйес ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Талантлы, талапсан, тынғыһыҙ ди­ректор Фаяз Харис улы Мәжитов етәкселегендәге шифахананың бөтә илгә билдәле, заманса курортҡа әүе­релеүенә шаһитбыҙ бөгөн. Үҙен­сә­лекле тармаҡта оҙаҡ йылдар тауҙай ауыр, яуаплы вазифаны һынатмай йөкмәп барыу үҙе егетлек түгелме ни?!


Вернуться назад