Аҡса иҫәпте, дөрөҫ тотонғанды ярата26.12.2014
– Илебеҙ иҡтисади көрсөк кисерә, һумдың баһаһы төштө. Ошондай осорҙа мосолман үҙен нисек тоторға тейеш, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Илнур СӘХИЕВ.
Шишмә районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе яңы миләди йыл башланыр алдынан ихлас сәләмләйем.
Һәр кемде ниндәйҙер яҡты өмөт, ышаныс йәшәтә. Әгәр бындай тойғолар юҡ икән, әҙәм балаһына тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай. Сағыштырыу өсөн шундай күренеште бәйән итәм: диңгеҙҙәге ниндәйҙер һәләкәт сәбәпле бер кеше кәмәлә яңғыҙы ҡалды, ти. Ашарына, эсеренә булған хәлдә лә, әгәр ҙә ярға сығырға өмөтө юҡ икән, ул батасаҡ йә башҡа сәбәп менән баҡыйлыҡҡа күсәсәк. Ә инде ҙур ышаныста алда барған әҙәм балаһы, һис шикһеҙ, яҡты маҡсатына өлгәшәсәк.
Һыуға батып барған кешене күҙ алдына килтерегеҙ. Ул тыпырсына, имен ҡалырға тырышып, барлыҡ мөмкинлекте файҙалана икән, Аллаһ Тәғәлә был әҙәм балаһын ярҙамынан айырмаҫ. Ошо миҫалдарҙан күренеүенсә, кеше күңелендәге йәшәүгә ынтылыш ҙур көскә эйә. Яҡты ниәт менән янғандарға Хоҙай булышлыҡ күрһәтмәй ҡалмай. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, көрсөк килә, һумдың баһаһы төштө тип хафаланырға кәрәкмәй. Бындай хәлдәр һәр осорҙа ла булған, улар – ваҡытлыса күренеш. Барлыҡ ауырлыҡты мосолман тырыш хеҙмәт менән еңергә тейеш. Уның өсөн, әлбиттә, һөнәр белеү мөһим. Ауылда, мәҫәлән, көйәнтә бөгөп, һалабаш һыҙырып, батман яһап, арба-сана эшләп әллә күпме файҙа алырға була. Ата-бабабыҙ тап шундай көс менән йәшәгән. Уларҙың тырышлығы, эшһөйәрлеге арҡаһында бихисап шөғөлөбөҙ бөгөнгәсә килеп еткән. Әгәр беҙ көрсөк янауына һылтанып, күңелде төшөрөп, битарафлыҡҡа бирелеп ултырһаҡ, үҙебеҙгә лә, милләтебеҙҙең киләсәгенә лә бер ниндәй файҙа килтерә алмаясаҡбыҙ.
Ә һумдың баһаһы төшөүе нигеҙендә, хөрмәтле йәмәғәт, уны дөрөҫ тотона белмәү, исраф итеү кеүек кире күренештәр ята. Әйтәйек, төнгө клубтарҙа кәрәкһеҙгә, мәғәнәһеҙ рәүештә бихисап аҡсаны бушҡа сарыф иткән кешеләр илдең иҡтисади, рухи үҫешенә берәй файҙа килтерәме? Мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашыр ерҙә күңел асыу үҙәктәре булдырыу һумдың ҡәҙерен арттырамы? Юҡ, киреһенсә. Аҡса бит иҫәпте, урынлы файҙаланыуҙы ярата. Ғаиләлә лә, мәҫәлән, табышыңды дөрөҫ тотонмаһаң, уңға-һулға осорһаң, бәрәкәт китергә генә тора. Ошонан сығып ҡарағанда ла, һәр эш-ғәмәл илебеҙҙең иҡтисадын уйлап башҡарылырға тейеш. Шул саҡта һумдың баһаһы күтәрелер, Ватаныбыҙҙың көс-ҡеүәте артыр. Алдағы йылдарҙа ла, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ауырлыҡтарҙы тырыш хеҙмәт менән еңеп, тапҡаныбыҙҙы дөрөҫ тотоноп йәшәргә яҙһын, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә именлек, шатлыҡ-ҡыуаныс, бәрәкәт насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.