Ҡөрьәндә телгә алынғас...26.12.2014
Заман медицинаһы иҫбат итеүенсә, Ҡөрьәндә иҫкә алынған барлыҡ йәшелсә һәм емеш, ысынлап та, кеше организмына ыңғай тәьҫир итә, күп сирҙәрҙе дауалай. Уларҙың үҫеп сығыуы, өлгөрөүе үҙе үк әҙәм балаһын тәрән уйҙарға һала. Ябай тупраҡтан ниҙер баш ҡалҡыта, аҙаҡ емеш бирә, етмәһә, һәр ҡайһыһының үҙенсәлекле еҫе, тәме бар... Үҫентеләр ерҙән кеше өсөн иң кәрәкле минералдарҙы ала. Аллаһ Тәғәлә үлән-сәскәнең, емеш-еләктең төҫөн дә матур, әҙәм балаһының күңеленә ял бирерлек итеп яралтҡан. Кешегә ошо матурлыҡты күрә, дөрөҫ файҙалана, һаҡлай белергә генә кәрәк.
Ҡөрьәндә телгә алынған файҙалы емештәрҙең бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ.
Банан – ожмах емеше
Ҡөрьәндә телгә алынған емештәр араһында банан да бар. Ожмахтың матурлығы һүрәтләнгән аяттарҙа шундай һүҙҙәр әйтелгән: “Банан пальмалары ботаҡтары рәткә теҙелгән һутлы емештәрҙән бөгөлә...” (“Әл-Вәкиә” сүрәһенән).
Мәғлүм булыуынса, банан туҡлыҡлы булыуы менән билдәле, уның 75 процентын һыу, ҡалған өлөшөн аҡһым, май, калий, углеводтар тәшкил итә. Был емеш – күп ауырыуҙан дауа, айырыуса тән температураһы күтәрелгәндә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда ярҙам итә. Банан шулай уҡ ҡан баҫымын төшөрөү, аллергиянан арыныу өсөн ҡулланыла.
Емештә В6 витамины күп. Мәғлүм булыуынса, организмға ул етмәһә, кеше тиҙ арый, ҡыҙып китә, йоҡлай алмай интегә, ҡан баҫымы түбән була. Шул уҡ ваҡытта бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүе, тиренең насарланыуы ихтимал.
“Һутлы йөҙөмдө ҡыуанып ашарһығыҙ”
“... Һеҙҙең өсөн финик пальмалары һәм виноград үҫтерҙек, уларҙың һутлы емешен ҡыуанып ашарһығыҙ” (“Әл-Мөьминун” сүрәһенән).
Йөҙөм витаминға, минераль матдәләргә бай иң ҡиммәтле емештәрҙең береһе һанала. Уның 20 – 25 проценты глюкозанан тора, шунлыҡтан виноград ауыр физик һәм аҡыл көсөргәнеше кисергән кешеләр өсөн айырыуса файҙалы. Йөҙөмдә шулай уҡ тимер күп. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, виноград составындағы ҡайһы бер химик бәйләнештәр яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
Инжир яңы көс өҫтәр
“Инжир һәм зәйтүн ағасы менән ант итәм” (“Әт-Тин” сүрәһенән).
Инжир фосфор, кальций, тимер, калий, магнийға, шулай уҡ А, В1, В2,В3, В6, С витаминдарына бай. Ошо арҡала емеш физик һәм аҡыл эшенә күп көс һалған кешегә тиҙ арала яңы ҡеүәт өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта инжир мускулдарға һәм нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай. Ул минералдарға ифрат бай. Был емеште даими ҡулланған кеше бер ваҡытта ла йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына зарланмаҫ.
Финиктың өҫтөнлөгө ниҙә?
“Ерҙә бер-береһенә тоташып ятҡан, бер үк һыу менән һуғарылған виноград яландары, баҫыу-ҙар, пальма урмандары бар. Улар араһынан бер емешкә айырым үҙенсәлек, тәм бирҙек” (“Әр-Раад” сүрәһенән).
Был сүрәлә финик хаҡында әйтелгән. Уның яртыһын глюкоза тәшкил итә. Финик организмда бик тиҙ үҙләштерелә, көсөргәнеште бөтөрә. Аллаһ емеше мейе эшмәкәрлеге өсөн айырыуса файҙалы, сөнки ул аҡһымға, А, В1, В2 витаминдарына бай. Ошо өҫтөнлөгө арҡаһында финик иммунитетты, һөйәкте, тештәрҙе, күҙ мускулдарын нығыта, организмдың күҙәнәктәрен яңырта.