“Атай!” тип өндәшер кешең булыу — үҙе ҙур бәхет. Әммә һуңғы ваҡытта балаһын тәрбиәләмәгән, ғаилә өсөн өҙөлөп тормаған ирҙәр ҙә осрай.Бәхеткә күрә, беҙҙең геройыбыҙ бөтөнләй ундай түгел. Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылында йәшәүсе Винер Хәйҙәршин — күп балалы ғаилә башлығы. Ҡатыны Альбина менән улар ун ҡыҙ һәм малай тәрбиәләй. Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алған Элитаға 21 йәш булһа, кинйә улдары Айнурға — ике йәш. 18 йәшлек Артур ҙа — апаһы белем алған уҡыу йортоноң II курс студенты. Айгиз менән Айназ мәктәптә уҡый. Бәләкәйерәк Нурсилә, Инзилә һәм Айнар әле өйҙә тәрбиәләнә.
Күптән түгел ишле ғаиләлә тағы бер ҡыҙ донъяға килгән. Уға Айгүзәл тип исем ҡушҡандар. Ғаилә башлығы “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Балтас бүлексәһендә бульдозерсы булып эшләй. Уңған, эшкә талымһыҙ Винер Флүр улы ғаиләһе менән 17 сутый ерҙә йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, 15 баш һыйыр малы, әллә күпме һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай.