Баш ҡаланың Киров районынан Юриндар ғаиләһе “Йәш ғаилә-2014” республика конкурсының Өфө этабында еңеп сығып, төп бүләкте — автомобилде яуланы.Гөлнара менән Михаил өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Полина — мәктәптә уҡыһа, игеҙәктәр Демид менән Владиславҡа әле ни бары ике йәш. Ғаилә башлығы — компанияға, ә Гөлнара саралар ойоштороу буйынса шәхси агентлыҡҡа етәкселек итә.
“Баш ҡаланың иң яҡшы ғаиләһе” исеменә бәйгелә Өфөләге ете райондан парҙар ҡатнашты. Конкурсанттар үҙ шәжәрәһен, ғаилә альбомынан мәҙәни йолаларҙы, шөғөлдәрҙе, тарихи үҙенсәлектәрҙе сағылдырған фотолар тәҡдим итте. “Ғаилә ҡороу — үҙе бер сәнғәт” конкурсында музыкаль сығышҡа, үҙең хаҡында бәйән итеүгә төп иғтибар бирелде. Йәш ҡатнашыусылар “Яңы быуын таланттары” ижади конкурсында сәхнә һәләтен, “Күмәкләгән — яу ҡайтарған” өйгә эшендә хореография, вокал, нәфис һүҙ, театр кеүек сәнғәт төрҙәрендәге маһирлығын күрһәтте.