Йәшәү йәме ҡайҙа?26.12.2014
Йәшәү йәме ҡайҙа? Ибрай ауылында йәшәгән Айгөл менән Илһам Күсәрбаевтарҙың ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡасандыр яҙмыш үҙе осраштыра уларҙы. Ҡатыны бишенсе балаһын тапҡанда яҡты донъя менән хушлашҡас, бер аҙ баҙап ҡала Илһам. Әммә үҙен тиҙ ҡулға ала.

2012 йылда матбуғатта И. Күсәр­ба­евтың биш бала тәр­биә­ләүе хаҡында мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, уның тормошо уйламаған­да үҙгәрә. Ватанды һаҡлаусы­лар көнө алдынан Ауырғазы районын­да йәшәгән Айгөл ханымдан открытка килеп төшә. Унда телефоны ла яҙылған. Өс-дүрт көндән шылтыра­тырға була Илһам. Март айында осрашалар, күп тә үтмәй, никах уҡыталар. Быға тиклем өс балаһын яңғыҙ үҫтергән була ҡатын.
Хәҙер ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Зөбәржәт, Нәр­кәс, Наҙгөл, Илфир, Айзилә, Мират, Айназ мәктәптә белем алһа, Азалия балалар баҡса­һына йөрөй. Күсәрбаевтар ғаиләһе ҡура тултырып һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫрай. Йәй баҡса үҫтерәләр. Улар өсөн ғаилә — көс туп­лаусы нур-йомғаҡ, йәшәү йәме.



Вернуться назад