Йәш кенә, һомғол буйлы, сибәр был ҡыҙ шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Хөкүмәт йортонда күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыу тантанаһында осраштыҡ уның менән. Әллә берәй райондан әсәләрҙе оҙатып килдеме икән? Тик күкрәгендә — миҙал, ҡулында сәскә гөлләмәһе күреп, уның да бүләкләнгән әсә икәнлеген аңланыҡ. Мәсетле районынан килгән Юлиә Низамова биш балаға ғүмер бүләк иткән икән. Ә уға нисә йәш тип уйлайһығыҙ? Ни бары 26! Аптырау ҡатыш һоҡланыуҙы йәшерә алмай аралашып киттек. Юлиә менән Рауил Низамовтарҙың ғаиләһендә Альбина, Кристина, Лиана, Рөстәм һәм Арина исемле балалар үҫә. Иң өлкәндәренә августа ун йәш тулһа, кескәй ҡыҙҙарына — йәш тә ун ай ғына.
Өфөлә үҫкән Юлиә 17 йәшендә генә кейәүгә сыға, бер ни тиклем баш ҡалала йәшәгәс, ауылға ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр. Әле ғаилә башлығының ауыл хужалығы техникаһы бар, шуның менән аҡса эшләй. Йәш әсә иһә өйҙә балалар ҡарай.
– Шундай йәшһең, ә үҙеңдең ғаиләң ишле. Ауыр түгелме, йәшлегем сабый бағып үтә, тип ҡайғырмайһыңмы? — тип һорамай түҙмәнек.
– Биш балам барлығын белгән һәр кем аптырай инде. “Үҙең сабый ғына бит әле”, — тип әйтеүселәр ҙә күп. Ә минең һис тә үкенгәнем юҡ. Ҡыҙҙарым менән бергә үҫәбеҙ. “Әсәй, әйҙә һине биҙәндерәйек, сәсеңде үрәйек”, — тип торалар. Иҙән, һауыт-һаба йыуышалар, бәләкәстәрҙе тәрбиәләшәләр. Балаларым менән ифрат күңелле, — тип йылмая бәхетле әсә.