Гүзәл затҡа ихтирам билдәһе26.12.2014
Гүзәл затҡа ихтирам билдәһе Быйыл республика кимәлендә тәүге тапҡыр “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” тигән конкурс үткәрелде. Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы тарафынан ойошторолған сара йәмғиәттә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

— Башланғысыбыҙҙы нин­дәй­ҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙға, тәү сиратта ергә ерегеп йәшә­гән һәм эшләгән гүзәл затта­рыбыҙға ихтирам һәм иғтибар билдәһе тип аңларға кәрәк, — ти проекттың авторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйе­се­­нең беренсе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡолһарина. — Ауылда былай ҙа тормош еңел түгел: үҙ хужалығыңды алып барыу, ғаиләңде ҡарау, йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу... Ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Шул уҡ ваҡытта, ошо тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән бер рәттән, ижтимағи эшен дә алып бара алған, халыҡты туплап, бер­ләш­тереп, төрлө ярҙам күрһә­теп, янып йәшәгән бөтмөр ҡатын­дарыбыҙ ҙа күп. Ошондай гүзәл заттарыбыҙҙы күрһә­тергә, улар­ҙың өлгөһөн та­ра­тырға ине. Конкурстың асылы ана шул теләктән яралды ла инде.
Бәйгенең тәүге этабы ҡала һәм район хакимиәттәре, Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиә­те­нең филиалдары һәм кон­курс­ҡа битараф булмаған әүҙемселәр тарафынан ойошторолдо. Комиссия ағзалары тәүге этап еңеүселәренең — 150-гә яҡын ҡатын-ҡыҙҙың — портфолио­һын ҡарағандан һуң, ун номинация буйынса еңеүсе­ләр бил­дә­ләнде.
Әйткәндәй, конкурс Рәсәй­ҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов ярҙамында ойош­торолдо. Марсель Харис улы спортты, атап әйткәндә, милли көрәште үҫте­реүҙә, ошо йүнәлештә төрлө кимәлдәге турнирҙар үткәреүҙә һәр саҡ ныҡлы терәк булып тора. Бөгөн милләттәшебеҙҙең “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” I республика конкурсына тос ярҙам күрһә­теүе лә осраҡлы түгел.
Тантана әллә күпме һөнәр эйәһен, бер нисә быуын вәкил­дәрен берләштерҙе. Гүйә, ҡа­тын-ҡыҙға хына хас саялыҡ, тәүәккәллек, зиһен уларҙы бер бөтөн итте, йөрәктәренән урғы­лып сыҡҡан дәрт-дарман яҡы­найтты, илгә, телгә, милләткә булған һөйөү дуҫлаштырҙы. Иң мөһиме – “Ҡатын-ҡыҙ — мил­ләт әсәһе” конкурсы киләсәктә лә дауам итәсәк.



Вернуться назад