Ил кимәлендә танылды26.12.2014
Ил кимәлендә танылды Медицина белгестәре араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙҙың алты табибы еңеү яуланы.

Еңеүселәрҙең береһе — Рес­­публика туберкулезға ҡар­шы диспансерының балалар бүлексәһе мөдире, юғары категориялы табибә, Башҡортос­тан­дың һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ольга Шукаева. Ул был хәтәр сиргә тарымау өсөн беҙҙә ниҙәр эш­лә­неүе, ниндәй саралар кү­ре­леүе хаҡында һөйләп, бо­ронғо хәүефле инфекцияның ни өсөн табиптарға һаман да тынғылыҡ бирмәүен аңлатты.
– Ер шарында 1 миллиардҡа яҡын кеше туберкулез йоҡтора, шуның 3 миллионға яҡыны һәләк була, йәғни 4 секунд һа­йын бер кеше сир эләктерә, ә 10 секунд һайын берәү яҡты донъя менән хушлаша. Бер сирҙән дә был хәтле ҡырыл­майҙар, бер йоғошло ауырыу ҙа балаларҙы шул тиклем күләмдә етем итмәй, ғаилә­ләрҙе тарҡатмай, — ти Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. — Өҫтәүенә ул шул тиклем мәкер­ле: һөйәктәрҙе лә, бы­уын­дарҙы ла, күҙҙәрҙе лә, тирене лә, бауырҙы ла йәлләмәй, нервы системаһын да зарарлай. Әммә сиргә иң “йомшағы” — үпкә. Был ағза Кох таяҡса­ларына бик тиҙ би-решә. Һүҙ ҙә юҡ, сирҙең 90 проценты социаль проблема­ларға, йәшәү шарттарына, тормош сифатына, нисек туҡла­ны­уы­быҙ­ға, насар ғәҙәттәрҙән ары­ныу-арынмауыбыҙға бәйле.
Хәлегеҙҙең бөтөүен, арыу-талсығыу тойһағыҙ, тирлә-һә­геҙ, ябыҡһағыҙ, мотлаҡ врачҡа мө­рә­жәғәт итергә кәрәк. Кеше­нең йүтәлләүе, күкрәк ситлеге­нең ауыртыуы күҙәтелә, тем­пе­ра­тураның күтәрелеүе, тәндең ҡалтыраныуы ихтимал. Ғөмү­мән, һәр кем ике йылға бер тапҡыр флюорография үтеп тор­һа, борсолоуға урын ҡал­маҫ, сөнки инфекцияны “ауыҙ­лыҡлау”, уға идара итеү әлегә мөмкин түгел.
Киләһе йылда барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек те­ләйем! Сәләмәт тәндә генә сә­ләмәт рух булыуын онотмайыҡ.


Вернуться назад