Әсәйҙәр һау булһын26.12.2014
Баш ҡалабыҙҙа “Әсә һәм бала” клиник госпиталенең асылыуы медицина өлкәһендә йәнә бер уңышлы аҙым булды.
Бындай заманса, юғары технологиялы медицина учреждениеһы, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән тыш, илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Шәхси инвестор 4,5 миллиард һум аҡса түгеп, мөһабәт медицина учреждениеһы төҙөткән һәм уны кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырған.
– Пациенттарға заманса бинала һәм уңайлы мөхиттә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, — тип белдерҙе Өфөләге “Әсә һәм бала” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Алһыу Нәзирова.
32 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан бала табыу йортонда, ҡатын-ҡыҙ консультацияһында, балалар, ярҙамсы репродуктив технологиялар (ЭКО), диагностика, хирургия үҙәктәрендә, ашығыс ярҙам бүлексәһендә өлкән йәштәгеләргә һәм кескәйҙәргә медицина хеҙмәтләндереүе тәҡдим ителә. Өҫтәүенә түлһеҙлек һымаҡ етди проблемаларҙы хәл итергә лә, бөтә ғаилә ағзаларын дауаларға ла була.
Бында Мәскәү белгестәре лә эшләй. Мәҫәлән, госпиталдең баш табибы — билдәле акушер-гинеколог Борис Коноплев. Үҙебеҙҙең кадрҙарҙы әҙерләү маҡсатында йыл һайын Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағандар клиник ординатура үтеү өсөн Мәскәүгә ебәреләсәк һәм унан һуң клиникаға эшкә ҡайтарыласаҡ. Был учреждение асылыу һөҙөмтәһендә төбәктә 800 яңы эш урыны барлыҡҡа килә.