Күмәк ағас дауылға бирешмәҫ26.12.2014
Августың һуңғы аҙнаһында республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш биләмәләре аша үткән дауыл Краснокама, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары ауылдарына ҙур ҡаза килтерҙе. Фажиғә һөҙөмтәһендә 500-гә яҡын шәхси йорт, төрлө тәғәйенләнештәге тиҫтәләгән торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығы һәм социаль объект етди зыян күрҙе, йөҙләгән ғаилә өй-ҡураһыҙ ҡалды.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ваҡиға урынына иртәгәһенә үк килде, тейешле хеҙмәттәр һәм тармаҡ ведомстволары вәкилдәре, ҡаза күргән райондар етәкселәре менән кәңәшмә үткәреп, ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү йүнәлештәрен тикшерҙе. Йорт-ҡураһыҙ ҡалған халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеүҙең тәғәйен ваҡыттары билдәләнде, республиканың төҙөлөш комплексы алдына аныҡ бурыстар ҡуйылды.
Дауыл уҙған ауылдар артабанғы ике айҙа ысын мәғәнәһендә ҙур төҙөлөш майҙанына әүерелде. Бер нисә көн эсендә һәр торлаҡ, емереклектәрҙән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартылып, кәрәкле тикшереү үтте. Төҙөкләндереүгә яраҡлыларында шунда уҡ тейешле эш йәйелдерелде. Ҙур ҡаза күргән йорттарҙы тулыһынса һүтеп, урынына яңыларын һалдылар. Эшкә, урындағылар менән бер рәттән, республиканың төрлө тарафынан, күрше төбәктәрҙән байтаҡ ойошма йәлеп ителде. Дөйөм бәлә эҙемтәләрен бөтөрөүгә үҙ теләге менән ҡушылғандар ҙа күп булды.