“Асы” хозур тәбиғәтле Белорет районында урынлашҡан. Урал тауҙарына һыйынып ултырған, Инйәр йылғаһының сылтыр тауышына күмелеп, шифалы һыуы менән әллә күпме кешегә сәләмәтлек, йәшәү дәрте бүләк иткән был шифахана күптәргә таныш.Урындағы халыҡ тоҙло һыуҙың үҙенсәлектәрен элек-электән яҡшы белгән. Составы яғынан ул хатта диңгеҙҙекен хәтерләтә, химик һәм органик компоненттарҙан тора. Аҙ минералланған сульфат-хлоридлы, кальций-натрийлы һыуҙың ҡан әйләнешен, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуҙа, үт бүлеп сығарыуҙы көсәйтеүҙә файҙаһы ҙур. Икенсеһе — ныҡ минералланған хлорид-натрийлы һыу. Уны йөрәк, быуындар, умыртҡа бағанаһы, тире, гинекология сирҙәрен дауалағанда файҙаланалар.
Шифахананың төп йүнәлеше — һөйәк-мускул, нервы системалары, тире ауырыуҙарын дауалау. Ял итеүселәргә һәр яҡлап уңайлы шарттар булдырырға тырышалар бында. Шифахана директоры Буранбай Ямалов күптән үҙен оҫта ойоштороусы, барыһына ла талапсан, барлыҡ көсөн кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлткән етәксе итеп танытты.
Алтай крайының Белокуриха ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй форумында Буранбай Нәсим улы “Йылдың иң яҡшы шифахана директоры” номинацияһында – көмөш, ә шифахана “Биҙәлеше иң яҡшы биләмә” һәм “Иң яҡшы бальнеологик шифахана” номинацияларында – алтын, “Тәбиғи дауалау факторҙарын файҙаланыу буйынса иң яҡшы шифахана” номинацияһында көмөш миҙал яуланы.