Йәнтөйәге – тауҙарҙа26.12.2014
Танылған башҡорт шағиры Самат Ғәбиҙуллиндың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Йәнтөйәгем – тауҙарҙа” китабына мәктәп балалары өсөн ижад ителгән шиғырҙары тупланған. Әҙип замандаштарын тарихыбыҙға тоғро булырға, рухи тамырҙарҙы онотмаҫҡа өндәй.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Самат Ғәбиҙуллин 1939 йылда Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. Өфөләге 1-се башҡорт мәктәп-интернатын, БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Артабан журналистикаға күсә: Нуриман, Күгәрсен “районка”ларында, республиканың “Ленинсы” гәзитендә эшләй.
Һуңғы ун алты йылда үҙ районының “Таң” гәзитендә бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бер ваҡытта ла шиғриәттән айырылмаған, ҡәләмдәштәренә эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙған, үҙенең янында рәсми булмаған ижад мәктәбе булдырыуға өлгәшкән шағир – бик күп йәш авторға ла ҡанат ҡуйған шәхес.
1997 йылда донъя ҡуйған әҙиптең тыуған яғында уның исемендәге премия булдырылған, район үҙәгендәге урамдарҙың береһе Самат Ғәбиҙуллин исемен йөрөтә.