Әхиәр Хәкимов рухын һаҡлаусылар26.12.2014
Дәүләкән районында быйыл беренсе тапҡыр Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов исемендәге әҙәби премия тапшырылды. Әҙиптең тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған кисә мәҙәниәт һарайында үткәйне.
Район хакимиәте булдырған премия “Тәнҡит” һәм “Тәржемә” номинацияларында быйылдан алып биш йылға бер тапҡыр биреләсәк. Конкурс комиссияһы, тикшеренеү эшмәкәрлегенең әһәмиәтен иҫәпкә алып, беренсе премияны яҙыусының тол ҡалған ҡатынына тапшырырға ҡарар итте.
Лидия Хәкимова яҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлап ҡалыуға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән. Ҡыҙы менән бергә ул күп йылдар дауамында материалдарҙы йыйған, ҡараламаларҙы уҡыған, яҙыусының тәүге әҫәрҙәрен баҫтырыуға күп көс һалған һәм уның ижадына ҡарашты киңәйткән. Шуныһы әһәмиәтле: Лидия Камал ҡыҙы үҙе иҫән саҡта был премияны ҡулына алып ҡалды. Үкенесе лә бар был ғүмерҙәрҙең – ул быйыл көҙ яҡты донъя менән хушлашты.
Премияның икенсе лауреаты – Гөлфирә Ғәскәрова, “Балҡантау” гәзитенең тәржемәсеһе. Ул күп йылдар буйына республика гәзиттәре һәм журналдарында баҫылған башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен тәржемә итеү менән шөғөлләнә.