Филология фәндәре кандидаты, яҙыусы, драматург, киносценарист Шәүрә Шәкүрованың “Ауыҙыңдан ел алһын” китабы урыҫ телендә (“Пусть ветер унесет мои слова”) З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Республика матбуғатында даими баҫылған автор әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең яңынан-яңы әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Режиссер Айнур Асҡаров “Ауыҙыңдан ел алһын” повесы буйынса төшөргән “Әсә” фильмы тиҙҙән эфирға сығасаҡ.
Кемдәрҙер драматургия, киносценарийҙар яҙыу буйынса профессионалдар етмәүенә зарланғанда, Шәүрә Шәкүрова һәр әҫәре менән үҙен был жанрҙың оҫтаһы итеп күрһәтә. Уңыштар теләйек исеме республикабыҙҙа танылған авторға!