Йәмғиәттәге барлыҡ изге башланғыстарға нигеҙ һалған педагогтарҙың, айырыуса халҡының иң ҙур хазинаһын ҡурсалаған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уларға хөрмәт күрһәтеүҙе, белемдәрен камиллаштырыуҙы, даими аралашыу өсөн мөмкинлек тыуҙырыуҙы дәүләт төп бурыстарының береһе тип һанай.Йыл уҡытыусыларын билдәләү конкурстары быйыл да киң майҙан йыйҙы. Уларҙа белем биреүҙә яңы технологиялар, заманса алымдар ҡулланыуға, ижади фекерләүгә өҫтөнлөк бирелде.
Салауат ҡалаһында уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә 55 педагог көс һынашты. Конкурс еңелдән булманы: йылдан-йыл ҡәтғиләшә барған шарттарға яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарының да өҫтәлеүе уҡытыусыларҙы төрлө яҡлап фекер йөрөтөргә мәжбүр итте. Шулай ҙа һөнәрен мөкиббән яратҡан, йәш быуынға сифатлы белем, яҡшы тәрбиә биреү, күңелдәргә туған телгә һөйөү һалыу маҡсаты менән янып йәшәгән педагогтар баҙап ҡалманы, һәр береһе һынауҙы лайыҡлы үтте. Араларынан Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилеваға етеүсе табылманы, ул конкурстың төп бүләген яуланы.
– Еңеүҙә ике тиҫтә йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәмдең өлөшө ҙур, – тине Гөлбаныу Ирек ҡыҙы. – Уҡытыуҙағы яңы алымдарҙы өйрәнеү ҙә ныҡ ярҙам итте.