Ҡышҡы “Йәйғор” йылыһы26.12.2014
Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов “Башҡортостан” гәзите редакция­һында быйыл көҙ үткәргән “тура бәйлә­неш”тә балалар баҡса­ла­рына сираттың киләһе йылдың аҙа­ғына хәл ителеп бөтөргә тейешлеге хаҡында әйтте.

– Республика буйынса дөйөм алғанда, әле өстән ете йәшкә тиклемге 14 меңдән ашыу сабый сиратта тора. Унан бәләкә­йерәктәр – 59 мең самаһы, – тине ул. – Президенттың талабына яраш­лы, мәсьәлә бер йылда хәл ите­лергә тейеш. Быйыл ун меңдән ашыу урын булдырыу бурысы ҡуйылған.
Президенттың ныҡлы контролендә то­тол­ған мәсьәлә район-ҡалаларҙа әүҙем хәл ителде. Мәҫәлән, йыл башында, ҡышҡы сатлама һыуыҡ­тар мәлендә Стәр­лебаш районының Мәҡсүт ауылында “Йәй­ғор” балалар баҡсаһы асылды. Һөҙөмтәлә 85 сабыйға урын булдырылды, 20-гә яҡын хеҙмәткәр эш урыны тапты. “Йәйғор” заман талаптарына бар яҡлап та яуап бирә. Эшмәкәрлегенең “аҡыллы йәмғиәт” моделенә ярашлы алып барылыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Ошо көндәрҙә иһә райондың Стәрлебаш ауылында ла өр-яңы балалар баҡсаһы асылды. Йәштәр биҫтәһендә урынлашҡан учреждение 120 урынға иҫәпләнгән.



Вернуться назад