Уҡытыусылары ниндәй – уҡыусылары ла шундай26.12.2014
Уҡытыусылары ниндәй – уҡыусылары ла шундай – “Башҡортостан” гәзитен тормош һулышын тойҙорған, хаҡ мәғлүмәт, тел байлығы менән тәьмин иткән тоғ­ро дуҫы­быҙ, таянысыбыҙ тип һанай­быҙ, – ти Бә­лә­бәй башҡорт гим­на­зия­һы уҡы­тыу­сылары.

Милли мәктәп республиканың көн­байыш төбәге өсөн рухи мәккә кеүек. Был тарафҡа юлланған бер милләттәшебеҙ ҙә башҡорт гимназияһына һуғыл­майынса китмәй тиерлек. Район хаки­миәтенең даи­ми хәстәрлеге арҡаһында йылдан-йыл камил­лашҡан белем усағына Бәлә­бәйҙән генә түгел, Әлшәй, Миәкә, Бүздәк, Биш­бүләк, Дәүләкән, Йәр­мәкәй, Туймазы райондарынан да килеп уҡыйҙар. Бында хатта Ырымбур өлкәһе балалары ла бар. Дөйөм ал­ғанда, гимназияла 400-ҙән ашыу уҡыу­сы иҫәпләнә.
Белем усағы бер нисә йыл элек профилле уҡытыу алымына күскән. X клас­тарҙа теүәл фәндәр һәм гуманитар йүнәлеш буйынса өҫтәмә махсус дәрес­тәр үткәрелә.
– Был алым үҙен аҡлай, – ти гимназия директоры, Башҡортостандың мә­ғариф алдынғыһы Дилбәр Фәтхетдинова. – Сығарылыш класс уҡыу­сыларының барыһының да тиерлек юғары уҡыу йорттарына инеүе – шуға асыҡ миҫал.
Мәктәптә 20-нән ашыу түңәрәк һәм спорт секцияһы эшләй, йәш ижад­сыларҙың тырышлығы менән “Ынйылар” тип аталған гәзит сыға.



Вернуться назад