Уңыштары шатландыра26.12.2014
Уңыштары шатландыра Факультеттың уңыштарына ҡарап, тотош уҡыу йортоноң эшмәкәрлегенә баһа бирергә мөмкин. Быға М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты миҫалында ныҡлы инанаһың. Заманса йыл­дамлыҡ, ныҡышмалылыҡ менән алға барған уҡыу йортонда һәр йүнәлешкә, шул иҫәптән милләт, тел, мәҙәниәт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға башҡорт филологияһы факультеты тос өлөш индерә.

– Бөгөнгө уңыш­тары­быҙҙың нигеҙендә берҙәм эш алып барыу һөҙөмтәһе ята, – тине педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин “Баш­ҡорт­остан” гәзитенә бир­гән интервьюһында. – Мә­ҫә­лән, башҡорт фило­логияһы факультетын алайыҡ. Педагогик эш­мәкәрлектең заманса ойош­­то­ролоуы арҡа­һында унда уҡый башлаған йәштәр тиҙ арала республика тормошонда ҡайнарға керешә. Күпселеге ауылдан сыҡҡан уҡыусыларҙы баш ҡала тормошона ошолай йылдам йәлеп итеү өсөн күпме көс, дарман, һөнәри оҫталыҡ кәрәк! Өфөлә ойошторолған башҡорт милли-мәҙәни сараларының күбеһендә беҙҙең студенттарҙың күпләп ҡатнашыуын, уларҙың йөҙөндә Ватанына, халҡына һөйөү тойғоларын күреү – минең өсөн ҙур шатлыҡ.
Коллективтың һәм студенттарҙың бихисап хеҙмәте араһынан Мәҙәниәт йылына бағышлап ҡуйылған “Ауылға ҡыҙҙар ҡайтты” тигән спектаклде ҡарап ҡына ла факультеттың халҡыбыҙ, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ өсөн ни ҡәҙәр ҙур эштәр башҡарғанына ныҡлы инанырға мөмкин.


Вернуться назад