Яҡташтарына эш хәстәрләй26.12.2014
Яҡташтарына эш хәстәрләй Эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлештә көйләгән уңғандар арабыҙҙа етерлек. Мәҫәлән, Балаҡатай районы йүнселе Радик Насибуллин, беренсенән, төҙөлөш менән шөғөлләнә, икенсенән, магазин асҡан, өсөнсөнән, тауар етештерә. Эшҡыуарлыҡтың нескәлектәре тураһында Радик Ризуан улы үҙе һөйләй:

– Бөгөн ПВХ-нан тәҙ­рә­ләр етештерәбеҙ, ба­ҙар­ҙа был тауарға их­ты­яж бик ҙур. Кемдер һатып ҡына ала, ә бүтәндәр беҙҙән уны ҡуйып биреүҙе лә үтенә. Егеттәргә ауылдарға сығып, иҫке тәҙрәләрҙе һүтеп, яңыһын ҡуйыу һис тә мәшәҡәт түгел.
Бик күп йылдар эшләгәс, шуға инандым: хәҙер халыҡ яңы йорттар төҙөүгә һәм иҫке өйҙәренә реконструкция эшләүгә бик етди ҡарай. Был бик яҡшы күренеш, һәр беребеҙ камиллыҡҡа ынтылырға тейеш. Кескәй генә өйҙән бынамын тигән йорт яһап ҡуйырға мөмкин. Теләк кенә кәрәк.
Төҙөлөш көйлө генә барһа ла, сауҙа уры­ным юҡ ине. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, “Экватор” исемле магазин астым. Унда төҙөлөш һәм хужалыҡ тауарҙары ғына һатам.
Төҙөлөш бригадаһына яҡташ ир-егеттәрҙе генә йыйҙым, мәктәпкә, балалар баҡсаһына капиталь ремонт үткә­рәбеҙ. Мәҫә­лән, һуңғы ваҡыт­та Иҫке Ба­ла­ҡатай ауылында урын­лашҡан махсус интернат-мәк­тәпкә ремонт яһаныҡ. Илшат Хәби­бул­лин, Ришат Әсмәндийәров, Ди­нир Әбделғәлимов, Рифат Тәҡи­ев һәм башҡалар һәр ергә лә өл­гөрә. Балаҡатайҙан тыш, Ҡыйғы, Мә­сетле, Салауат, Дыуан райондарына ла барып эшләйбеҙ.
Әле төҙөлөштә тендер буйынса эш итәләр. Күп осраҡта дәғүәләшеүҙә ниңәлер өфөләр еңә, төҙөлөш объекттары уларға эләгә. Ошо мәсьәлә берәй нисек көй­ләнһә, эшҡыуарҙ­арға еңелерәк буласаҡ, минеңсә. Ә дөйөм алғанда, үҙебеҙсә алға ҡарап йәшәргә ынтылабыҙ, төрлө йүнәлештә эш итеүебеҙ – тырышлыҡтың, хатта тәүәккәл­лектең бер билдәһе.
Һәр кем, бәләкәйме-ҙурмы, киләһе көндәр­гә маҡсат ҡуйып йәшәй. Шлаклы блок яһау тураһында уйланабыҙ, сөнки төҙөлөш материалдарын күпләп һәм төрләндереп етеш­тереү отошлораҡ.


Вернуться назад