Иң матуры шул булыр26.12.2014
Үрге Йәркәй йылдан-йыл матурлана һәм төҙөкләндерелә. Бигерәк тә өр-яңы Завод биҫтәһендә тормош гөрләп тора. Шәхси йорттар һалыу өсөн биләмәнең ике йыл элек кенә бүленеүенә ҡарамаҫтан, ауылды үҫтереү федераль программаһына ярашлы, Завод биҫтәһендә сафҡа ингән лицей (141 урынлыҡ), “Баланың һәләтен үҫтереү үҙәге — балалар баҡсаһы” муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы (127 балаға иҫәпләнгән) эшләп килә.

Район хакимиәте етәкселәренең ныҡышмалылығы, тәүәккәллеге бушҡа китмәгән: 110 балаға иҫәпләнгән үҙәк ғәҙәти баҡса ғына түгел – ул тәүлегенә 12 сәғәт эшләйәсәк. Кескәй илештәр инглиз телен, компьютер серҙәрен башҡа тиҫтерҙәренән иртәрәк өйрәнәсәк, музыка дәрестәренә, сәләмәтлекте нығытыуға ҙур иғтибар биреләсәк.
Әле биҫтәлә 168 шәхси йорт төҙөү өсөн урын бирелгән. Улар һалынып бөткән тиерлек, өй туйлаусылар арта. Йорттарҙың күркәмлеге, ҙурлығы, зауыҡ менән төҙөлөүе күҙҙе ҡамаштыра. Өйҙәрҙең һәр биҙәге, асыҡ матур төҫтәргә буялған ҡаралтылар кәйефте күтәрә. Иң мөһиме — был биҫтәлә күпселек йәш ғаиләләр буласаҡ. Йәштәрҙең уңғанлығына, тырышлығына, зауыҡлығына һоҡланып туймаҫлыҡ.
Ауылды комплекслы үҫтереү маҡсатындағы федераль программаға ярашлы барлыҡҡа килгән биҫтәлә йәшәү өсөн бөтөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бынамын тигән юлдар түшәлгән, газ, һыу, электр үткәрелгән. Киләсәктә парк, стадион төҙөү планлаштырыла. Үҙенең заманса мәктәбе, балалар баҡсаһы булыуы менән дә ғорурлана яңы биҫтә халҡы.
«Исеменә — есеме» тигәндәй, бер нисә йыл туҡтап торған ҡатнаш аҙыҡ заводы ла продукция сығара башланы. Йәштәргә эш урындары етерлек булыр, моғайын.
Завод биҫтәһе районда ғына түгел, республикала ла иң өлгөлөһө, иң матуры булыр тигән өмөттә урындағы халыҡ.




Вернуться назад