Башҡорт ҡорттары Монголияға “осто”26.12.2014
Башҡорт ҡорттары ҡырыҫ һауа шарттарына түҙемле булыуы, эшсәнлеге һәм төрлө сирҙәргә бирешмәүе менән айырылып тора. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов етәкселек иткән Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Монголияға бал ҡорттарын беренсе тапҡыр бынан ике йыл элек ебәргәйне.
Беҙҙең ҡорттар ят ергә тиҙ эйәләшкән, ундағы ҡәрҙәштәренә ҡарағанда күберәк бал йыйыуы менән айырылып тора. Тап ошо сифаттары арҡаһында беҙҙең ҡорттар Монголияның Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән һатыуҙа еңеп сыҡҡан. Контракт хаҡы 10 миллион һум тәшкил итә. Быйыл октябрҙә был илгә йәнә 800 ҡорт күсе, башҡорт тоҡомло 500 инә ҡорт, шулай уҡ 10 рамлы күп корпуслы 800 умарта оҙатылды. Ҡорттар оҙон юлды көплө йөк машиналарында үтте, уларға ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ та тупланған. Данлыҡлы башҡорт ҡорттарының әлегә бындай ҙур күләмдә республика сиктәренән сыҡҡаны юҡ ине.
Дәдәндәрҙе республиканың 11 предприятиеһы етештергән. Айырыуса Илеш районының “Нектар” йәмғиәте, Йылайыр районының “Макаров”, Салауат ҡалаһының “Сафиуллин” шәхси предприятиелары күпләп эшләгән.