Мәсәғүтов бит ул!26.12.2014
Сер түгел: һәр хужалыҡтың көнитмеше ундағы етәкселәргә бәйле. Булдыҡлы, үҙ бурыс­тарын белгән, талапсан шәхестәр етәкселегендәге ойошмаларҙа тәртип тә яҡшы, эш тә көйлө бара, халыҡ та ҡәнәғәт. Тап ошо аҫыл сифаттары менән абруй ҡаҙана ла инде крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Альберт Мәсәғүтов. Шуға ла үҙен районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр, хөрмәт итәләр, уның алдынғы тәжрибәһен өйрәнәләр.

Бөгөн кәштәләрҙе үҙе­беҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы про­дук­цияһы менән тулылан­дырыуға ҙур өлөш ин­де­рә ул. Күп урындарҙа булғанын бөтөр­һәләр, бында иҫкеләре яңыртыла. Мәҫәлән, ике йыл элек һөтсөлөк фермаһы эшселәре ту­быҡтан бысраҡ кисеп йөрөһә, хәҙер ул та­ны­маҫлыҡ булып үҙгәргән. Биналар ялтлап тора. Ферма тулыһынса заман шарттарына яраҡ­лаштырып эшләнгән, һөт үт­кәр­гестәр менән йыһазландырылған. Эшселәр өсөн ял бүлмә­һе, душ бар. Һөттө ҡаптарға тултырыусы мини-завод эшләй. Әле уға төкәтмә яһайҙар. Киләсәктә бында һөттән төрлө ри­зыҡ­тар ҙа етештереләсәк.
Бөгөн хужалыҡта бер мең баш самаһы һыйыр малы бар. Һуңғы йылдарҙа һөт, ит етештереү күләме өс ярым тапҡырға артҡан. Ойошма үҙен орлоҡ, мал аҙығы менән тулыһынса тәьмин итә, машина-трактор паркын яңырта.
Белемле кадрҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән дә етди хәстәрлек күрелә. Әле улар өсөн тор­лаҡ төҙөлә. Малсыларҙың, механизатор­ҙарҙың эш хаҡы һәйбәт.
Быйыл “500 ферма” программаһы буйынса төбәк семинар-кәңәшмәһенең тап ошо хужа­лыҡта үтеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.




Вернуться назад