ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫН ТОЙОП...26.12.2014
Башҡорттарҙы мал йәнле халыҡ тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәгән Әхнәф Нафиҡов был хәҡиҡәтте үҙ миҫалында раҫлай. Ҡасандыр тыуған төйәгендә гөрләп торған совхоз тарҡалғас, ул юғалып ҡалмай: борондан крәҫтиән көнитмешендә төп терәк булып торған малсылыҡ эшен һүрелтмәй, фермер хужалығын ойоштороп ебәрә.


– Ауыл хужалығы институтын тамамлағас, үҙебеҙҙең совхозда ветеринар булып эшлә­нем, – тип һүҙен башланы Әхнәф Ғабдулхаҡ улы. – Хужалыҡ тарҡалғас, уның нигеҙендә бүтәндәр йүнселлеккә тотоноп ҡараны, тик ниңәлер эштәре һүнеп ҡалды. Ахырҙа, ағай-эненең кәңәшен тыңлап, үҙем тәүәккәлләргә булдым. Ҡаңны-Төр­­кәйгә терәлеп ятҡан Кузьмен­ко ауылындағы буш ҡураларҙы төҙөкләндереп, ферма ойоштороп ебәрҙем. Әле унда 300 баш һыйыр малы иҫәпләнә.
Районда ҡеүәтлеләр иҫәбенә ингән хужалыҡтың етәксеһе бел­дереүенсә, улар етештергән та­уарҙы һатыуҙа ауырлыҡ юҡ. Һөттө Бәләбәй комбинатына тапшыралар, ә инде итте башҡа урындарҙа теләп алалар.
Бөгөн республикабыҙҙа фер­мерлыҡты үҫтереү өсөн төрлө программалар бойомға ашырыла. Әхнәф Нафиҡовтың хужалығын да дәүләт ярҙамы урап үтмәй. Былтыр ул 8,5 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булған.
– Был – беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, – ти эш­ҡы­уар. – Ул аҡсаға Мәсетле районынан 70 баш тоҡомло мал, яңы трактор, хужалыҡ эшендә кәрәкле техник ҡорамалдар һатып алдыҡ. Алдағы көндәрҙә мал иҫәбен арттырыу уйы менән йәшәйбеҙ.
Бынан тыш, йүнсел йылҡысылыҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнергә иҫәп тота. Киләсәктә ҡымыҙ етештереп, халыҡҡа шифалы эсемлек тәҡдим итмәксе. Әле бының өсөн ҡураға 50 баш ат килтерелгән. Был эштә лә Әхнәф Нафиҡов күптәргә өлгө күрһәтер тигән ышаныс ҙур.


Вернуться назад