Исеменә күрә – есеме26.12.2014
Ауыл хужалығында өлгәшелгәндәр — беренсе сиратта дөйөм тырышлыҡ, хеҙмәтте фәнни нигеҙҙә, маҡсат ҡуйып ойоштороу һөҙөмтәһе. Заман алға барған һайын үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау етмәй, хатта илебеҙҙәге ҡаҙаныштарҙы өйрәнеү, ҡулланыу ғына ла аҙ тойола башлай. Дөрөҫ, тәжрибә өйрәнеү маҡсатында сит ил белгестәре менән бәйләнеш булдырыу йолаһы байтаҡтан йәшәп килә.

Хәтерегеҙҙәлер, районда Голландия, Германия белгестәре ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй семинарҙары уҙҙы. Алдынғы тәж­рибәләр өйрә­нелде, етештереү юлдары киңәйтелде. Яһалма аталандырыу эшмәкәрлегендә лә өлгө булыр­лыҡ күрһәткестәр бар. Район эшсәндәре Хөкү­мәтебеҙ тарафынан башҡаларға үрнәк итеп ҡуйыла бөгөн. Республиканың йыраҡ райондарынан да тәжрибә уртаҡлашырға киләләр. Саҡмағош инде тәжрибә мәктәбенә әүерелде. Әммә ирешелгәндәр сик түгел, заман ауыл кешеһе алдына яңы талаптар ҡуя. Ә камил­лыҡҡа ынтылыш — “Герой” кооперативының йәшәү девизы. Күптән түгел тиҫтәләгән белгес, хужалыҡ етәкселәре Канадала булып, малсылыҡты үҫтереү буйынса алдынғы технологиялар менән танышып, уҡып-өйрәнеп ҡайтты.
“Герой”ҙа ит-һөт, ашлыҡ йылдан-йыл мулы­раҡ етештерелә. Башҡа йылдарға ҡарағанда, келәттәрҙе лә арттырғандар, әммә ашлыҡтары һаман һыймаған.
Әйткәндәй, төҙөлөш, ремонт эштәре бында көндән-көн киңерәк ҡолас ала бара. Һуңғы йылдарҙа ғына заманса 18 бина ҡалҡты: башлыса келәттәр, ашлыҡ, бесән һаҡлағыстар, гараждар һәм хужалыҡ ҡарамағындағы башҡа объекттар. Был, бер яҡтан, эш өсөн уңайлы, икенсенән, техниканы түбә аҫтына ҡуйыу отош­ло. Айырыуса яңыларын, ҡиммәтлеләрен һаҡ­ларға кәрәк. Ә был хужалыҡта машина, тракторҙар йылдан-йыл арта бара. Былтыр ғына 81 миллион 300 мең һумлыҡ техника яңыртылды, быйыл тағы 38 миллион 230 мең һумлыҡ һатып алынды.
Шарттар булғас, “Герой”ға эшкә килергә ашҡынып торалар. Хужалыҡтың иҡтисады нығынған һайын ауылдың йөҙө үҙгәрә, халҡы байыраҡ һәм мулыраҡ тормошта йәшәй.




Вернуться назад