Ихтыярлы, маҡсатлы заттар бер урында тапанмай, артҡа ла сигенмәй. Ысынында, үҙеңдә ышаныс тойғанда, көслө саҡта ғына ниәтеңә ирешәһең.Маҡсат тигәндән, “Акрополь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин өсөн бойомға ашмаҫтай хыял юҡ. Ябай ғына бер миҫал: бәхетен ситтә табыусылар һирәк, ә ул үҙе тыумышы менән Ейәнсура районының “киләсәге юҡ” тигән мөһөр һуғылған Ҡарабәрҙе ауылынан, шуға ҡарамаҫтан, алыҫ Күмертау ҡалаһында бынамын итеп эшләп йөрөй. Компанияһын республиканың ниндәй генә районында, ҡалаһында белмәйҙәр!
– Прогресс заманында йәшәйбеҙ, ҡулдан килгәндә, шарттар бар саҡта ниңә емертеп эшләмәҫкә?! – тип һөйләй Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Акрополь” йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин. – Эшмәкәрлекте төрлө йүнәлештә йәйелдереп ебәреү, образлы итеп әйткәндә, күп тарафтарға ишекте асты. Маҡтаныу тип ҡабул ҡылмаһындар: ниәттәр, бәләкәйме ул, ҙурмы — тормошҡа аша. Минеңсә, бының өсөн бары тик тырышлыҡ кәрәк.
Йәмғиәт төҙөлөш тармағында алдынғылыҡты бирмәй, бынан тыш, пластик тәҙрә һәм ишектәр яһауға ла тотонғандар. 150-нән ашыу кеше һәйбәт эш тапҡаны өсөн “Акрополь” йәмғиәтенә сикһеҙ рәхмәтле. Быйыл улар Мәләүез районының Ергән ҡасабаһында, Шаран районының Шаран ауылында, Күмертау ҡалаһында һәм башҡа бихисап урында төҙөлөш эштәре алып барған.