Мәңге асыласаҡ хазина26.12.2014
Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәрим был донъяла һикһән алты йыл йәшәне. Быйыл уның 95 йәшен билдәләгән булыр инек... Тормошонда ла, ижадында ла халҡыбыҙҙың яҙмышы өсөн янды, рухын, бәҫен күтәрҙе, олпатлыҡ һәм дәрәжәһе менән уны ҡурсаланы.

Хәтерегеҙҙәлер, 1990 – 2000 йылдарҙағы ваҡиға­лар бына-бына шартлап өҙөлөргә етешкән көсөргә­нешле шарттарҙа барҙы. Көрәш-бәхәстәр иң ҡыҙыу нөктәгә еткән саҡта, ил ағаһының аҡыллы, төплө һәм ялҡынлы һүҙҙәре яңғыраны. Аҡһаҡалдар уйсанлығы, сәсәндәр теле шул хәҡиҡәтте асып бирҙе: башҡорт ошо ерҙә донъяға килгән, ошонда ғүмер итәсәк; башҡорттарҙың үҙаллы дәүләт төҙөп, үҙ телендә һөйләшеп, үҙ етәксеһе ҡулы аҫтында йәшәр өсөн донъяла бер генә урын бар, ул – Башҡортостан!
Мостай Кәрим... Был исемгә Салауат ярһыулығы, Аҡмулла аҡылы, Бабич шағирлығы һеңгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һүҙҙәренсә: “Мостайҙы бары тик уның үҙе менән генә сағыштырырға мөмкин!”
Эйе, Мостай Кәрим – башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина.


Вернуться назад