Бер тауыштан һайланылар26.12.2014
Рәсәйҙең Федерация Советында төбәктәр палатаһының көҙгө сессияһы мәлендә Федерация Советының яңыртылған составы раҫланып, палата һәм комитеттар етәкселәре һайланғайны. Петербургтан сенатор Валентина Матвиенко артабан да Федерация Советы Рәйесе вазифаһын үтәйәсәк. Ә бына Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп бер тауыштан беҙҙең Лилиә Ғүмәрованы һайланылар.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры­ның элекке урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәҙер Рәсәйҙең Юғары палатаһында республиканың баш­ҡарма власын сағылдыра. Ул — Башҡортостандан сенатор булған тәүге ҡатын-ҡыҙ.
Лилиә Салауат ҡыҙы, ошондай яуаплы вазифаға һайланыуына аңлатма биреп: “Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортос­танға ғорурланырлыҡ нигеҙ бар, шул уҡ ваҡытта эште әүҙемләшт­ерерлек стратегик йүнәлештәр ҙә байтаҡ”, — тип билдәләне.
Ул Башҡортостандан сенатор булараҡ ошо эштә тулыһынса ҡатнашырға, республика менән Федераль үҙәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙең аныҡ уйланылған системаһын төҙөү йәһәтенән төбәккә ярҙам итергә әҙер.


Вернуться назад