Лайыҡлы һынау26.12.2014
Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикабыҙҙа 22 һайлау кампанияһы үтте. Уларҙың иң мөһиме ваҡытынан алда Башҡортостан Президентын һайлау булды. Юғары вазифаға дүрт кеше дәғүә итте: “Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелгән Илдар Бикбаев, Коммунистар партияһынан Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән Рөстәм Хәмитов.
Ҡануниәткә ярашлы, иртәнге сәғәт 8-ҙә республика район һәм ҡалаларындағы 3453 һайлау участкаһы ла үҙ эшен тотҡарлыҡһыҙ башланы. Айырыуса ауыл халҡы әүҙем булды. Тәүге сәғәттәрҙән үк рейтингтың юғары баҫҡыстарына күтәрелгән Балтас, Баҡалы, Тәтешле райондары, Ағиҙел, Сибай, Нефтекама ҡалалары көн дауамында ла беренселекте бирмәне. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 3 027300 кеше һайлаусы булараҡ теркәлгәйне, тауыш биреүҙә шуларҙың 74,89 проценты ҡатнашҡан. Былтыр иһә был күрһәткес 52,84 процент тәшкил иткән.
Президентлыҡҡа ярышта Рөстәм Хәмитов беренселеккә сыҡты. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, уның өсөн һайлаусыларҙың 81,71 проценты тауыш биргән. Юнир Ҡотлоғужиндың кандидатураһын халыҡтың 10,13 проценты хуплаған. Иван Сухаревҡа ышаныс һөҙөмтәһе 4,81 процент булһа, дүртенсе баҫҡыста Илдар Бикбаев — 2,62 процент.
Кампания барышында республикалағы өс һайлау участкаһына билдәле шәхестәрҙең исеме бирелде. Улар — Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов (Әбйәлил районының Асҡар ауылында), генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов (Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында) һәм рус яҙыусыһы Сергей Аксаков (Бәләбәй районының Надеждино ауылында) исемендәге һайлау участкалары.