Берҙәмлеккә ынтылыш26.12.2014
Билдәле булыуынса, быйыл мартта Украиналағы сыуалыштар менән бәйле Ҡырымда референдум үтте. Ярымутрау халҡы унда Рәсәй менән берләшеү теләген белдерҙе. Һуңыраҡ Ҡырым парламенты бойондороҡ­һоҙ­лоҡ тураһында ҡарар сығарҙы. Һөҙөм­тәлә Ҡырым һәм Севастополь беҙҙең Федерацияға ҡушылды.

Илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн был ваҡиға айырым әһәмиәткә эйә, сөнки Ҡырым элек-электән беҙҙең ер булған, унда әле лә бик күп ватандашыбыҙ йәшәй. Ярымутрауҙың ҡайтыуы СССР дәүе­рендә ебәрелгән ҙур тарихи хатаны төҙәтеү кеүек ҡабул ителде.
Ҡырымда Башҡортостан вәкиллеге лә төҙөлдө. Ул ике республика ара­һын­дағы үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни, гуманитар бәй­ләнештәрҙе киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында Симферо­полдә эшләй. Быйылдан Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районын ­да шефлыҡҡа алды.


Вернуться назад