Яңы йылға – яңы ҡанундар26.12.2014
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика парламентының көҙгө сессиялағы һуңғы пленар ултырышы үтте. Көн тәртибендә 30-ҙан ашыу закон проекты ҡаралды.
Төп яңылыҡ “Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында”ғы закон проектына ҡағыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: документ Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет тарафынан әҙерләнгәйне. Закон проекты 27 ноябрҙә тәүге уҡыуҙа үтте. Депутаттар проектҡа тәҡдим ителгән ете төҙәтмәне хупланы, икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа норматив акт ҡабул итте. Закон проекты республика етәксеһе вазифаһының исемен үҙгәртеүгә бәйле Башҡортостан Республикаһы Башлығы эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм гарантияларын билдәләй.
Бынан тыш, ултырышта “Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында”, “Мәҙәниәт тураһында”ғы закондар һуңғы уҡыуға тәҡдим ителде. Депутаттар “Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнөң статусы тураһында”ғы закон проектын бер юлы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡараны.