Миәкә хакимиәтендә лә үҙгәреш26.12.2014
Миәкә район Советы Ришат Аҡту­ға­новты контракт буйынса район хаки­миәте башлығы итеп тәғәйенләргә ҡарар итте.

Ришат Ғәбдрәшит улы Аҡтуғанов 1959 йылдың 12 ноябрендә тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Миәкә районының Ғөбәйҙуллин исе­мендәге ауыл хужалығы кооперативында баш ветврач һәм баш зоотехник булып эшләгән, “Сулпан” кооперативына, “Оло Кәркәле”, “Миәкә һөт заводы” йәмғиәттәренә етәкселек иткән. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.


Вернуться назад