Балтаста – яңы башлыҡ26.12.2014
Балтас район Советы ҡарары менән Марсель Закиров контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғә­йен­­ләнде.

Ул әлегә тиклем “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы – Балтас юл ремонтлау-төҙөү идара­лығы начальнигы булып эшләгән.
Марсель Һәүбән улы Закиров 1973 йыл­дың 1 ғин­уарында тыуған. Баш­ҡорт­остан дәү­ләт аграр университетын та­мам­лаған. Төрлө йылдарҙа Балтас ра­йонындағы Ҡанһөйәр фельд­шерлыҡ пункты мө­дире, юл ремонтлау-төҙөү ида­ралығында юл мастеры һәм баш инженер булып эшләгән.


Вернуться назад