Ил Президенты хупланы26.12.2014
“Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында” Федераль законға Башҡортостан парламентарийҙары тәҡдим иткән үҙгәрештәр юридик көскә эйә булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин ғәмәлдәге норматив актҡа үҙгәрештәр индереүҙе хупланы.
Яңылыҡ мәшғүллек хеҙмәте органдарының етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға һөнәри, өҫтәмә белем биреү һәм уларҙы эш менән тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыуын күҙаллай. Закон Дәүләт Думаһында 12 декабрҙә ҡабул ителде һәм Федерация Советы тарафынан 17 декабрҙә хупланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың күрһәтмәһенә ярашлы, башланғысты Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһында ҡарағанда республика парламенты исеменән Сәлиә Мырҙабаева сығыш яһай.