Мәҙәниәт — йәнле система26.12.2014
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының һәм ил Президенты ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт советының дәүләт мәҙәни сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған берлектәге ултырышында ҡатнашты.
Сараны асып, ил етәксеһе Владимир Путин: “Тамамланып килгән Мәҙәниәт йылы әһәмиәтле ваҡиғаларға һәм сараларға бай булды, иң элек Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә был темаға ҙур иғтибар бирелде”, — тип билдәләне. Рәсәй Президенты үҙенең Указы менән Дәүләт мәҙәни сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлауы хаҡында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, документта мәҙәниәт тарихи байлыҡ һәм мираҫ рәүешендә ҡабул ителә.
Үҙенең сығышында Владимир Путин шулай уҡ ижад азатлығын тәьмин итеү, халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм файҙаланыу, телдәрҙе, мәҙәниәтте үҫтереү, шәхес өсөн уңайлы мәғлүмәти мөхит булдырыу мәсьәләләрен күтәрҙе.